СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ ЗАВОДЫ, ААЙ. Свай ҡағыу, копёр һәм бульдозер-йомшартҡыс ҡорамалдары етештерә. Составына инструменталь (1979 й. нигеҙ һалына), әҙерләү-иретеп йәбештереү, йыйыу, эксперименталь, ремонт-энергетика, ремонт-механика (бөтәһе лә – 1980), транспорт (1985) цехтары; ремонт-төҙөлөш идаралығы (1982) инә. 2009 й. 564 кеше эшләгән; 160-тан ашыу берәмек ҡорамал етештерелгән. Продукцияһын ҡулланыусылыр – БР һәм РФ-тың, яҡын сит илдәрҙең  төҙөлөш комплекстары, сеймал табыу сәнәғәте пр-тиелары. 1943 й. Төҙөлөш машиналары з-ды булараҡ нигеҙ һалына, 1944 й. сафҡа индерелә (50-се йй. бетон иҙгестәр, таҡта ярыу рамалары, 60-сы йй. – свай ҡағыу өсөн дизель сүкештәре, 70-се йй. – копёр ҡулайламалары, 80-се йй. – ауыр торба һалғыстар өсөн аҫмалы ҡорамалдар, 2009 й. – свай ҡағыу өсөн гидравлик сүкештәр етештереү үҙләштерелә); 2002 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (2007), “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (2002–03,  2007–09) һ.б. конкурстар лауреаты.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика