СТӘРЛЕТАМАҠ СИЛИКАТ КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1941 й. Стәрлетамаҡ силикат з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. башлап төҙөлөш материалдары з‑ды (2002 й. тиклем составына Ашҡаҙар кирбес з‑ды, Эзбиз з‑ды ингән; икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.), 1994 й. алып ҠП, 1995 й. ААЙ, 2002 й. С.с.к.з., 2013 й. ябыла. Составына силикат кирбес етештереү (1941 й. нигеҙ һалына), мәғдән булмаған материалдар (“Ҡыҙылъяр” һәм “Сахан” ҡом карьерҙары), ремонт-механика (икеһе лә — 1990 й.), күҙәнәкле бетондан блоктар етештереү (2008) цехтары инә. 2009 й. 356 кеше эшләгән. Силикат кирбес, күҙәнәкле бетондан блоктар етештерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика