СТӘРЛЕТАМАҠ МАХСУС НЕФТЬ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Быраулау иретмәләре өсөн балсыҡ онтағы һ.б. етештерә. Стәрлетамаҡ р-ны Оло Ҡуғанаҡ а. урынлашҡан. Составына тимер-бетон һәм бетон изделиелар, балсыҡ онтағы етештереү, автотранспорт цехтары; механика һәм төҙөлөш‑ремонт участкалары инә. 2009 й. 232 кеше эшләгән; етештерелгән: балсыҡ онтағы – 5,7 мең т, тимер-бетон изделиелар – 17,2 мең м3, бетон изделиелар – 1,37 мең м3, тауар бетоны – 0,07 мең м3. Продукцияһын ҡулланыусылар: “Башнефть”АНК филиалдары һәм структур бүлексәләре, төҙөлөш ойошмалары. 1949 й. “Талалаевуголь” шахтаһы булараҡ нигеҙ һалына (1950 й. алып “Башнефть” берекмәһенә инә), 1955 й. башлап Ҡуғанаҡ онтаҡ һымаҡ балсыҡ етештереү з-ды (1959–63 йй. “Башстройматериалы” составында), 1977 й. хәҙ. исемен, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

 

Яндекс.Метрика