СТӘРЛЕТАМАҠ ТИМЕР- БЕТОН ЗАВОДЫ №1. Составына 3 форма эшләү (1957 й., 1959 й., 1964 й. нигеҙ һалына), арматура (1984), ремонт‑механика (1963) цехтары; пилорама (1994), карьер (2008), әҙер продукция склады инә. 2009 й. 960 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. “Стерлитамакстрой” тресының производство пр‑тиелары комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып Тимер‑бетон изделиелар з‑ды, 1963 й. башлап Стәрлетамаҡ тимер‑бетон з‑ды, 1964 й. — “Башстройконструкция” ПБ составында, 1991 й. — ҠП, 1992 й. — “1‑се С.т.‑б.з.” ААЙ, 2002 й. алып “1‑се Тимер‑бетон заводы” ЯСЙ.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика