СТӘРЛЕТАМАҠ ТЭЦ‑ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы етештерә. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәүҙәр, ремонт‑төҙөлөш, техник хеҙмәтләндереү цехтары инә (бөтәһе лә 1957 й. төҙөлә). 2009 й. 463 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре халҡы һәм пр‑тиелары. 1952 й. “Башкирэнерго” составында нигеҙ һалына, 1957 й. тәүге сираты сафҡа индерелә (электр ҡеүәте 25 мең кВт, 1983 й. — 511 мең кВт тәшкил итә), 1992 й. башлап “Башкирэнерго” филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. 1957—2009 йй. пр‑тие тарафынан 129 млрд кВт•сәғ. электр һәм 367,3 млн Гкал йылылыҡ энергияһы етештерелгән. Пр‑тие м‑н Ш.Р.Әбдерәшитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика