СТӘРЛЕТАМАҠ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Стәрлетамаҡ р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән 130 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны 109 км2. Халҡы (мең кеше): 1906 й.– 14,6; 1920 – 25,6; 1939 – 39,0; 1959 – 111,0; 1989 – 247,5; 2002 – 264,4; халыҡ һаны б‑са Өфөнән һуң 2‑се урында тора. Милли составы (2002): урыҫтар – 49,7%, татарҙар – 23%, башҡорттар – 15,6%. С. иҡт. нигеҙен химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм машиналар эшләү пр‑тиелары тәшкил итә. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы, “Инмаш”, “Ҡыҙыл пролетарий”, “Авангард” ДУП‑ы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары заводы, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, “Каучук”, “Каустик”, “Сода”, Стәрлетамаҡ мебель комбинаты, “Бетон”, “Блок” (2004 й. тиклем) пр-тиелары, Стәрлетамаҡ тимербетон заводы1, Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводы, Стәрлетамаҡ цементюнысҡы плиталары заводы, “Стерлитамакстрой", Стәрлетамаҡ күнһәм аяҡ кейеме комбинаты, “Одежда", Стәрлетамаҡиген продукттары комбинаты, Сталк”, “Шихан” ААЙ‑лары, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, Стәрлетамаҡ ит комбинаты, Стәрлетамаҡ һөт комбинаты, “Ашҡаҙар" һ.б. эшләй. С. аша Куйбышев т. юлы (Дим–Төйлөгән участкаһы), Өфө–Ырымбур, Стәрлетамаҡ–Стәрлебаш–Фёдоровка, Стәрлетамаҡ–Белорет–Магнитогорск (Силәбе өлк.), Стәрлетамаҡ–Красноусол, Стәрлетамаҡ–Раевка, Стәрлетамаҡ–Стәрлебаш–Тәтер‑Арыҫлан автомобиль юлдары үтә. Стәрлетамаҡ–Салауат сәнәғәт узелына инә; Стәрлетамаҡ–Салауат ҡала агломерациияһы үҙәге.С. БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин-ты, Стәрлетамаҡ педагогия академияһы, Авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Мәскәү гуманитар университеты, Мәскәү психологиясоциология институты, Нефть техник университеты, Хәҙерге гуманитар академия, Урал дәүләт физик культура университеты (Стәрлетамаҡ физик культура ин-ты) филиалдары;Мәҙәниәт техникумы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумы, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжы, Стәрлетамаҡ медицина колледжы, Стәрлетамаҡ педагогия колледжы, Стәрлетамаҡ технология колледжы, 3 ПУ, 5 һөнәрселек лицейы, Стәрлетамаҡ гимназияһы1, Стәрлетамаҡ лицейы3, Стәрлетамаҡ лицей-интернаты2, 41 дөйөм белем биреү мәктәбе, 58 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе һәм 2 художество мәктәбе, 2 ДЮСШ, СДЮШОР, балалар экология үҙәге, Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы, Техника йорто, Ижад үҫтереү үҙәге, Балаларҙың техник ижады үҙәге, Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар станцияһы; район үҙәге, 6 ҡала һәм балалар дауаханалары; Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Стәрлетамаҡ урыҫ дәүләт драма театры, Бейеү театры, “Солнышко” театр-студияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы, 5 мәҙәниәт һарайы, ш. иҫ. “Синтетический Каучук", “Сода”ның мәҙәниәт һарайы; 4 стадион, ш. иҫ. “Строитель”; “Искра” кинотеатры, “Салауат” кинокомплексы, 5 клуб учреждениеһы, 23 китапхана, картиналар галереяһы, Стәрлетамаҡ музейы, Спорт һарайы, “Нефтяник” стадионы, 2 мәсет, сиркәү бар. Урыҫ телендә “Стерлитамакский рабочий", “Стерлитамак-неделя”, башҡ. телендә “Ашҡаҙар" гәз. нәшер ителә. 1766 й. Ырымбур губернаһы терр‑яһында Стәрле й. буйында Ашҡаҙар тоҙ пристане булараҡ нигеҙ һалына. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773–75) барышындапристань яндырылған, һуңыраҡ Стәрлетамаҡ пристане исеме м‑н тергеҙелгән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ Ямы булараҡ билдәле булған. 1782 й. алып хәҙ. исемдәге өйәҙ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙенең үҙәге. 1865 й. 851 йортта 5779 кеше йәшәгән. 2 сиркәү, ш. иҫ. Ҡазан Божья Матерь соборы; Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете, мәхәллә училищеһы, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе, ҡала һәм төрмә дауаханалары, 29 завод, ш. иҫ. 21 күн, 4 май иретеү, һабын ҡайнатыу з‑ды булған һ.б. 1906 й. 3 сиркәү, 3 мәсет, 2 старообрядсыларҙың ғибәҙәт ҡылыу йорто, 9 уҡыу йорто, земство дауаханаһы, 2 типография, урман пристане теркәлгән. Халҡы ағас ярыу, 12 кирбес, 28 күн, 2 һабын ҡайнатыу һәм һыра ҡайнатыу з‑дтарында эшләгән, һатыу, һөнәрселек кәсептәре һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1919–22 йй. С. – АСБР‑ҙың баш ҡалаһы, 1920 й. алып Стәрлетамаҡ кантонының адм. үҙәге. Төрлө йылдарҙа ҡала эсенә: Белоусовка, Бугоровка, Левашёв, Первомайский, Шахтау һ.б. торама пункттар ингән. С. 50-нән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡан: сауҙагәр Үтәмешевтарҙың (1887), казначейство (1895), башланғыс уч-ще (1909), Земство идаралығы, староверҙар мәктәбе, ҡыҙ балалар гимназияһы биналары (бөтәһе лә – 1914) һ.б. Ҡала терр‑яһында Стәрлетамаҡ ҡәберлеге урынлашҡан. С. “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип табылған (2006). Исеме гидронимдан алынған.

И.В.Голубченко, З.Ф.Үләмәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Карта: Стәрлетамаҡ

 

 

 

Яндекс.Метрика