СТЕПАНОВА Таисия Ипатьевна (10.5. 1919, Кострома ҡ. — 11.6.2009, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1942) Көнбайыш, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарының госпиталдәрендә хәрби табип. 1946 й. алып Өфөнөң бала табырға ярҙам итеүсе учреждениеларында. 1957—87 йй. БДМИ‑ла (1970—82 йй. дауалау ф‑тының акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатын‑ҡыҙ түлһеҙлеге мәсьәләләренә; гениталь инфантилизм патогенезын, йөклөлөк патологияһын, хеҙмәт шарттарының һәм нефтехимия сәнәғәте продукттарының ҡатын‑ҡыҙ организмының үҙенсәлекле функцияларына, йөклөлөк ағышына һәм ҡарындағы баланың үҫешенә тәьҫирен өйрәнеүгә; инфантиль аналыҡтың функциональ хәлен баһалау ысулдарын уйлап табыуға һ.б. арналған. 145‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н акушер‑гинекологтары йәмғиәте рәйесе (1970— 79). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Предупреждение женских болезней. Уфа, 1972 (авторҙ.); Репродуктивная функция женщин с генитальным инфантилизмом. Уфа, 1980 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика