СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, стена блоктары, төҙөлөш кирбесе, керамик черепица етештереү б-са төҙөлөш материалдары сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда19 б. уртаһынан үҫешә (ҡара: Кирбес заводтары). 2004 й. тармаҡта 162 пр-тие һәм производство, ш. иҫ. “Берлек Плюс” ЯСЙ (Өфө, 2003 й. нигеҙ һалына), “Интерстройсервис, Керамика, Мәләүез төҙөлөш материалдары заводы, Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводы, Стройкерамика, Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты эшләй. БР-ҙа төҙөлөш материалдары етештереү күләменең яҡынса 24%-ы С.м.с. өлөшөнә тура килә (2004). Респ. төҙөлөш кирбесе етештереү күләме б-са Рәсәйҙә 6-сы урынды биләй (2008). Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Ҡара шулай уҡ: Керамика, Керамик төҙөлөш материалдары.

И.В. Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

Башҡортостанда стена материалдары етештереү, млн дана шартлы кирбес

 

1928

1940

1960

1980

2000

2008

Төҙөлөш кирбесе

51

57

542

720

524

484

Ваҡ стена блоктары һәм таш

36

5,4

Эре бетон һәм силикат стена блоктары

25

50

20

22

 

 

 

 

Яндекс.Метрика