СТАТИСТИКА (нем. Statistik), 1) эске йөкмәткеһе м‑н айырылғыһыҙ бәйләнештә, конкрет урын һәм ваҡыт шарттарында күп төрләнеүсе һәм үҫеүсе күренештәрҙең һанын, законлыҡтарын өйрәнеү күрһәткестәрен һәм ысулдарын тикшергән һәм теоретик положениеларын эшләгән фән. 2) Күп яҡлы йәмғиәт тормошо күренештәре һәм процестары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе йыйыуға, эшкәртеүгә, анализлауға һәм баҫып сығарыуға йүнәлтелгән практик эшмәкәрлек төрө (йыйылма, йомғаҡлаусы һәм дөйөм күрһәткестәр берлеге). Статистик тикшереү ысулдары: күҙәтеү (өйрәнә торған күренештең айырым факттары т‑да тәүге мәғлүмәттәрҙе йыйыу); материалды төркөмләштереү һәм берләштереү; өйрәнелә торған күренештең торошо һәм үҫеш законлыҡтары т‑да һығымталар алыу маҡсатында статистик күрһәткестәрҙе эшкәртеү һәм һөҙөмтәләрҙе анализлау. С. бүлектәре: теоретик, ҡулланма, матем., иҡт., соц., хоҡуҡи һәм мед. С., демография, эконометрия һ.б. Башҡортостанда статистик эштәр 19 б. 1‑се ярт. үткәрелә башлай (ҡара: Земство статистикаһы, Губерна статистика комитеттары). Республикала Федераль хеҙмәттең БР б‑са дәүләт статистикаһы терр. органы эшләй (1919 й. Үҙәк статистика идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1930 й. алып сектор, 1932 й. башлап БАССР Дәүләт планының халыҡ хужалығы иҫәбе үҙәк идаралығы, 1941 й. алып Статистика идаралығы, 1981 й. — Башҡ‑н респ. статистика идаралығы, 1994 й. — БР‑ҙың статистика б‑са дәүләт ком‑ты, 2005 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала). С. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 1970 й. Аграр университетта иҡтисадта статистика һәм мәғлүмәт системалары каф. (Б.Т.Әмирова етәкс.) асылғандан һуң үҫешә башлай, унда статистик баһалау методологияһын камиллаштырыу, етештереү сығымдары, АСК эше һөҙөмтәлелеге, төп фондтарҙы ҡабаттан тергеҙеү, хеҙмәткә түләү һәм халыҡтың йәшәү кимәле б‑са тикшереүҙәр (Н.Т.Рафиҡова) алып барыла. Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ҡулланыу баҙары, төбәктең иҡт. структураһы (И.Ю.Сыңғыҙов) тикшерелә, Башҡорт дәүләт университетында төбәктәге милли байлыҡҡа макроэкономик анализ (В.А.Лобанова) яһала. С. өлкәһендә белгестәр Статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжында әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Халыҡ иҫәбен алыу.

Әҙәб.: Башкортостан на рубеже веков. История и современность: статист. сб. Уфа. 2007

Н.Т.Рафиҡова, Н.А.Чернова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика