СТАРИКОВ Алексей Маркович (30.3.1909, Барнаул ҡ. — 17.3.1984, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1965). 1921 й. алып Барнаул, Риддер, Рубцовск, Староконстантинов, Алма‑Ата (1939—40 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ының урман сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары), Гурьев (1941—45 йй. “Эмбанефтестрой” тресы идарасыһы) ҡҡ. эшләй. 1945 й. алып “Башнефтезаводстрой” тресы идарасыһы, 1971 й. башлап ӨНИ‑лә: төҙөлөш б‑са проректор, 1978—84 йй. өлкән инженер. С. етәкселегендә 3 Өфө һәм Ишембай НЭЗ‑ында, Өфө химия, электролампа, текстиль быяла сүс з‑дтарында цехтар һәм ҡулайламалар; һаулыҡ һаҡлау ин‑ттары, учреждениелары, балалар баҡсалары, мәктәптәр, балалар йорттары, мәҙәниәт йорттары һ.б. соц. объекттар корпустары төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1948, 1958, 1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1957) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика