СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ҺӘМ ИНСТРУМЕНТТАР СӘНӘҒӘТЕ, машиналар, ҡорамалдар, металл изделиелар һ.б. металл конструкция материалдары, тимерлек‑преслау, ҡойоу һәм ағас эшкәртеү ҡорамалдары, ҡырҡыу, үлсәү, абразив металл ҡырҡҡыс инструменттар һ.б. эшләп сығарыу өсөн металл эшкәртеү һәм ағас эшкәртеү станоктары, автоматлаштырылған һәм ярым автоматлаштырылған линиялар, комплекслы автоматлаштырылған производстволар етештереү б‑са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. станоктарҙың тәүге партияһын эшләп сығарған В.И.Ленин ис. станоктар эшләү з‑ды (Одесса ҡ.) Стәрлетамаҡ ҡ. эвакуацияланғандан һуң үҫешә. 1971 й. Ишембай станоктар эшләү заводы, 1977 й. Юғары аныҡлыҡтағы станоктар етештереү з‑ды (ҡара: “Инмаш”) төҙөлә башлай. 2004 й. тармаҡта 17 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, “Контакт” пр‑тиеһы була, улар өлөшөнә БР машиналар эшләү производство күләменең 2,1%‑ы тура килә. Респ. Рәсәйҙә металл ҡырҡыу станоктары (20,8%) һәм эшкәртеү үҙәктәре (71,3%) етештереүселәренең иң эреһе булып тора (2008). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостанда станоктар етештереү, дана

Продукция

1945

1960

1980

2000

2008

Металл ҡырҡыу станоктары

2481

9195

10189

816

945

ш. иҫ. һан м-н программаланған станоктар

551

19

85

Ағас эшкәртеү станоктары

1548

223

363

Тимерлек-преслау машиналары

36*

2

235

27

1

*1950 й.

Яндекс.Метрика