“СТАЛЬМОНТАЖ”, Өфө металл конструкциялар заводы, ЯСЙ. Составында йыйыу цехы, металл конструкцияларҙы әҙерләү һәм электр м-н иретеп йәбештереү участкалары, металл прокатлау склады (бөтәһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) бар. 2009 й. 89 кеше эшләгән; 2 мең т металл конструкциялар етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. 1963 й. Өфө металл конструкциялар оҫтаханалары булараҡ нигеҙ һалына, 1965 й. “С.” тресының Өфө металл конструкциялар з-ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1992 й. алып “С.” ААЙ филиалы, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Пр-тиела 1975 й. БР-ҙа тәүге тапҡыр металл конструкцияларҙы һаҡлаулы мөхиттә иретеп йәбештереү сымы м-н ярым автоматлаштырылған иретеп йәбештереү, флюс ҡатламы аҫтында автоматлаштырып иретеп йәбештерелгән Н-рәүешле киҫемле колонна һәм балкаларҙы стендта йыйыу ысулдары индерелгән. “С.” Башҡорт драма театрын,“Биатлон”,“Өфө-Арена”комплекстарын, “Нур”театрын, Урыҫ драма театрын, “Термостепс”,“Ураҡ һәм Сүкеш” з-дтарын (Мәскәү), ӨМЭПБ, “ВАЗ”, “КамАЗ” автозаводтарын, 1980-се йылғы Олимпиада объекттарын һ.б. төҙөүҙә, “Аҡбуҙат”ипподромын, Өфө станцияһы вокзалын,“Динамо”стадионын һ.б. үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика