СТАЛАКТИТТАР (гр. stalaktós — тамсынан үҫкән), мәмерйә стеналарының өҫкө өлөшөндә һәм түбәһендә боҙбармаҡ, көпшә, шаршау формаһында һарҡыған тамсыларҙан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр (йыш ҡына кальциттан торалар). Көпшәле С. һыу эске канал буйлап аға, сыҡҡан урынында стеналарҙы ултырма минерал м‑н ҡалынайта; үҙәге ситкә киткән ҡатламлы С. гелектит тип атала. Канал тығылған осраҡта аҡҡан һыу минералдарҙы С. өҫтөнә ебәрә, улар боҙбармаҡ формаһын ала. Диам. 4—6 мм һәм оҙонлоғо 0,8 м тиклем булған үтә күренмәле С. — дымлы һауалы мәмерйәләрҙә (Заповедный мәмерйәһе, Октябрь мәмерйәһе һ.б.), диам. 6—8 мм булған аҡ көпшәле С. ҡоро мәмерйәләрҙә (Зигзаг мәмерйәһе, Күлйорттамаҡ мәмерйәһе һ.б.) осрай. Боҙҙан торған С. вертикаль мәмерйәләргә (3‑сө Ҡотоҡ, Сыңғырауыҡ мәмерйәләре һ.б.), ҡышын мәмерйәләрҙең инеү урындарына хас; диам. — 2,5 м тиклем, оҙонлоғо 20 м тиклем етә (Олимпия мәмерйәһе, Сумған мәмерйәһе һ.б.).

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика