СТАЛАГМИТТАР (гр. stálagma — тамсы), мәмерйәләр төбөндә һарҡыған тамсыларҙан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр (йыш ҡына кальциттан торалар). Күп осраҡта сталактит аҫтында хасил булалар, уның м‑н ҡушылып үҫкән саҡта сталагнат барлыҡҡа килтерәләр. Нәҙек һәм оҙон С. — мәмерйәләрҙең сағыштырмаса ҡоро һәм һауа алмашынып торған өлөштәрендә әҙ тамсылылыҡта, конус формаһындағылар — дымлы һауалы урындарҙа, йәйенке С. тамсыларҙың күп булған урындарында хасил була. С. йәшен арҡыры киҫелештә сиратлашып килгән асыҡ (ҡыш көнө барлыҡҡа килә) һәм ҡуңыр (йәй көнө) ҡатлауҙар ярҙамында билдәләйҙәр. Ҡыш көнө мәмерйәләрҙең ауыҙы эргәһендә бейеклеге 4,2 м еткән боҙ С. барлыҡҡа килә (Ҡалҡамантишек мәмерйәһе, Охлебинин мәмерйәһе, Шүлгәнташ һ.б.). Конус формаһындағы һәм бағана һымаҡ С., сталагнаттар (диам. 17 м тиклем, бейеклеге 9 м тиклем) боҙло мәмерйәләргә хас (Аҫҡын мәмерйәһе, Киндерле мәмерйәһе һ.б.).

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика