СПИД, тормошта барлыҡҡа килгән иммунитет дефициты, ВИЧ‑инфекцияның һуңғы стадияһы. Тыуҙырыусыһы: кеше иммунодефицитының (ВИЧ) Retroviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирусы, киптергәндә, ҡайнатҡанда һәм дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә; иммун системаһы күҙәнәктәрен зарарлай һәм уның эшмәкәрлегенең үтә ныҡ боҙолоуына килтерә. Сығанағы — ВИЧ‑инфицирланған кеше. Инфекция енси бәйләнештәр ваҡытында, зарарланған ҡан һәм уның препараттары аша, ВИЧ м‑н зарарланған мед. инструменттарын файҙаланғанда, йөклөлөк ваҡытында, бала тапҡанда һәм имсәк һөтө аша инфицирланған әсәнән балаға йоға. ВИЧ‑инфекцияның 5 стадияһын айыралар: инкубация (2 аҙнанан алып 6 айға тиклем һәм унан күберәк), тәүге билдәләре барлыҡҡа килеү (бер нисә көндән бер нисә айға тиклем), латент (2 йылдан 20‑гә тиклем), икенсел ауырыуҙар (инфекцион, онкологик) һәм терминаль (С.). Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз, һаҡланыу режимы һ.б. Иҫкәртеү: презервативтар ҡулланыу, инфекцияны перинаталь йоҡтороуҙы һәм ВИЧ‑тың организмға ҡан аша инеүен иҫкәртеү. Башҡортостанда 100 мең кешегә ВИЧ‑инфицирланғандар түбәндәгесә теркәлгән: 2006 — 17,0; 2008 — 22,8; 2010 — 31,0 кеше. 7569 ВИЧ‑инфицирланған кеше иҫәптә тора (2010). 20 б. 90‑сы йй. алып БР ФА‑ла, БДМУ‑ла, СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәшеү б‑са респ. үҙәгендә респ. ВИЧ‑инфекцияның эпидемиологияһы (З.Х.Даянова, Г.Ф.Иҙрисова, О.М.Мәүлитов, Ә.М.Шәмсиева), ауырыуҙарға антиретровирус терапияһы һәм иммунореабилитация үткәреүҙең һөҙөмтәлелеге (С.В.Зайцев, Д.Х.Хунафина), ауырыуҙы иҫкәртеүҙең соц.‑гигиеник аспекттары (Ш.Ф.Ғәббәсов, Н.Х.Шәрәфетдинова) өйрәнелә, клиник‑иммунологик мониторинг алып барыла, БР‑ҙа ВИЧ‑инфекцияның таралыуын иҫкәртеү б‑са эш ысулдары камиллаштырыла (Н.Н.Егорова,Зайцев, В.В.Суворов, Р.Г.Яппаров).  Белорет һәм Сибай ҡҡ. СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәшеү б‑са респ. үҙәге филиалдары (ҡара: Медицина үҙәктәре) эшләй. 1988 й. “БР территорияһында кеше иммунодефициты вирусы (ВИЧ‑инфекцияһы) тыуҙырған ауырыуҙың таралыуын иҫкәртеү тураһында” закон ҡабул ителә, ВИЧ‑инфекцияның таралыуын иҫкәртеү б‑са 2008—12 йй. респ. маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла.

Р.Г.Яппаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика