“СПЕЦНЕФТЕЭНЕРГОМОНТАЖАВТОМАТИКА” (“СНЭМА”), ААЙ. Электр һәм йылылыҡ энергетикаһы, электротехника ҡорамалдарын, автоматлаштырыу сараларын проектлау, комплектациялау, монтажлау, көйләү һәм сервис хеҙмәтләндереү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына Нефтекама, Октябрьский, Отрадный, Чернушка ҡҡ. филиалдар; Когалым, Нарьян-Мар, Северодвинск, Усинск ҡҡ. вәкиллектәр инә. 2009 й. 697 кеше эшләгән; 858,7 млн һумлыҡ эш башҡарылған. Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусылар – БР һәм РФ-тың нефть компаниялары. 1987 й. нигеҙ һалына, 1994 й. алып хәҙ. статусын ала. «“Европа сифаты” алтын миҙалы» (2005, С.-Петербург ҡ.), “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (2007, 2009), “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (2007, 2009) конкурстары лауреаты.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика