СПЕРАНСКИЙ Владимир Васильевич (15.4.1937, Өфө — 14.9.2010, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) БАССР‑ҙың ауыл участка дауаханаларында эшләй, 1965 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (1970 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р һәм лаб. мөдире), 1983 й. башлап БДМУ‑ла (1984 й. — үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм клиник иммунологияға; инфекциялы һәм инфекцияһыҙ иммунопатологияға, ш. иҫ. эндемик боғаҡ, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк, репродуктив функцияның боҙолоуы осраҡтарында; сәнәғәт ағыуҙарының иммунотоксик йоғонтоһон тикшереүгә, иммунитетты коррекциялау ысулдарын эшләүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында шәкәр диабетын диагностикалау, ремиттациялы тарҡау склерозды дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н иммунологтары йәмғиәте рәйесе (1986—2000).

Х е ҙ м.: Практикум по основам иммунологии. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика