СПЕЛЕОТУРИЗМ, мәмерйәләргә бәйле туризм төрө. Башҡортостанда 20 б. 2‑се ярт. алып үҫешә. Беренсе спелеопоходтар һәм экскурсиялар Башҡ‑н респ. балалар экскурсия‑туризм ст. тарафынан үткәрелә. 1959— 79 йй. БДУ эргәһендә респ. 1‑се спелеосекция (етәкселәре И.К.Кудряшов, Е.Д.Богданович); 1963—72 йй. Башҡ‑н өлкә спелеосекцияһы (В.Н.Нассонов, Е.С.Шаров, Р.П.Багаева); 1971—88 йй. “Юлдаш” (Е.Н.Михайлов; Өфө), 1972— 76 йй. “Меридиан” (А.С.Андреев; Стәрлетамаҡ ҡ.) һәм “Эҙләүсе” (В.В. Манулин; Өфө), 1973—2001 йй. “Харон” (В.А.Ромашкин; Салауат ҡ.) спелеосекциялары, 1976—98 йй. Күмертау спелеосекцияһы (Г.П.Раянова), 1977— 95 йй. Ишембай спелеосекцияһы (А.К.Агафонов) эшләй. 1986 й. “Эҙләү” спелеоклубы (И.Г.Гаевский), 1987 й. “ШТУРМ” спелеологтар клубы (Ю.В.Соколов; икеһе лә — Өфө) ойошторола. 1965 й. башлап “Орион” ҡала туристар клубы эргәһендә Өфө спелеосекцияһы булараҡ асылған В.Нассонов ис. спелеоклуб эшләй, 1979 й. — Өфө ҡала спелеосекцияһы, 1986 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә (М.А.Чванов, В.С.Кузнецов, Ф.М.Ғиләжев, Манулин, Ғ.Ә. Хәлимов, А.А.Афанасьев, Ҡ.Ф.Агишев, Н.И.Рычагова). 1969 й. башлап спелеосекциялар эшмәкәрлеген С. б‑са комиссия (1998 й. алып БР‑ҙың Спелеология һәм спелеотуризм федерацияһы; П.Ю.Григорьев) координациялай. Йыл һайын В.Нассонов иҫтәлеге призына С. техникаһы б‑са БР беренселеге (1986 й. алып), С. б‑са “Ҡышҡы сейә” БР асыҡ чемпионаты (1997 й. алып) үткәрелә. Респ. С. үҫешенә В.А.Ануфриев, И.Ю.Вершинин, С.Ә.Вилданов, Р.Ғ. Низаметдинов, А.А.Сутормин, Ә.М. Сәхибзадаев, Ә.Н.Хоҙайбирҙин, Г.А. Швецова һ.б. ҙур өлөш индерә.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика