СПЕЛЕОЛОГИЯ (гр. spelaion — мәмерйә һәм ...логия), геоморфология бүлеге, мәмерйәләрҙең барлыҡҡа килеүен, үҫеш шарттарын, морфологияһын, фауна һәм флораһын, микроклиматын өйрәнә. Гео-, биоспелеология, төбәк, ғәмәли, техник С., спелеомедицина һ.б. айырыла. Археология, геология, гидрогеология, ландшафтыөйрәнеү ғилеме, минералогия һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостан мәмерйәләре т‑да тәүге фәнни мәғлүмәттәр һәм тасуирламалар 18 б. 2‑се ярт. И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, П.И.Рычков, Н.П.Рычков хеҙмәттәрендә бирелгән. 19 б. аҙ. — 20 б. башында мәмерйә үҙенсәлектәрен С.Р.Минцлов, С.И.Руденко, Ф.Симон, Ф.Н.Чернышёв өйрәнә. 20 б. 1‑се ярт. мәмерйәләрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш шарттары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.И.Олли, Д.С.Соколов, Н.С.Токарев); Башҡортостандағы 100‑гә яҡын мәмерйә, ш. иҫ. Киндерле мәмерйәһе, Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Сумған мәмерйәһе, т‑да тәүге йыйылма тасуирламалар төҙөлә (Е.Д.Богданович, Г.В.Вахрушев, И.К.Кудряшов); 1959 й. Шүлгәнташта палеолит осорона ҡараған һүрәттәр табыла (А.В.Рюмин). 60‑сы йй. башынан археологик, биоспелеологик мәғлүмәттәр тупланып системаға һалына (О.Н.Бадер, М.А.Бадер, С.Н.Бибиков, Е.П.Дорофеев, А.В.Коновалов, В.П.Костарев, В.С.Лукин, Ю.А.Морозов, В.Г.Попов, А.В.Турышев), “Башкиргеология” ААЙ‑нда мәмерйәләрҙең халыҡ хужалығында яраҡлылығын баһалау үткәрелә (В.А.Алексеев, Р.П.Багаева, В.И.Мартин, А.И.Смирнов, В.Ф.Ткачёв). БР мәмерйәләренең кадастры алып барыла (Смирнов, Ю.В.Соколов), биоспелеология (В.А.Книсс), антропоспелеология (В.Г.Котов, В.К.Фёдоров, В.Е.Щелинский), палеонтоспелеология (Г.Ә.Данукалова, А.Г.Яковлев), спелеоэкология (Ш.Р.Абдуллин, О.А.Малушко), туристик үҙләштереү, мәмерйәләрҙе һаҡлау (Ю.С.Ляхницкий) мәсьәләләре һ.б. өйрәнелә.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика