СПАТАР Иван Парфёнович (29.1.1919, Подольск губ. Загнитково а. – 29.12.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1980). Харьков т. юл транспорты инженерҙары ин-тын (1942), Тимер юл транспорты акад. (1956) тамамлаған. 1942 й. алып Ырымбур т. юл ст. нач. урынбаҫары, 1945 й. – Орск ҡ. партия эшендә. 1949 й. башлап Куйбышев т. юлында эшләй: 1952 й. алып Быҙаулыҡ, 1956 й. – Абдуллин, 1958 й. – Өфө бүлексәләрендә нач. урынбаҫары, 1960 й. алып баш инженер, 1962 й. – Башҡ. бүлексәһе начальнигы. 1982 й. алып БАССР МС‑ы Эштәр идаралығының транспорт һәм элемтә төҙөлөш-коммуналь хужалығы бүлегенең өлкән референты. С. етәкс. Шишмә–Ҡандра тимер юл участкаһы электрлаштырыла, Ҡарлыман–Белорет линияһы, Өфөнөң көньяҡ урау юлы төҙөлә; Бензин, Дим, Стәрлетамаҡ һ.б. локомотив һәм вагон деполарына реконструкция үткәрелә. БАССР ЮС-ының 6–10 саҡырылыш депутаты. Ленин (1966,1976), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м-н бүләкләнгән.

А.Н. Безденежных

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика