СПАССКИЙ Владимир Иосифович (9.5.1874, Калуга губ. Рождество а. — 18.3.1955, Өфө), күҙ табибы. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1901) Екатеринослав, Можайск, Смоленск ҡҡ. һауыҡтырыу учреждениеларында эшләй. 1934 й. алып Өфөлә: дир., 1945 й. башлап Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ‑нда фәнни етәксе, бер үк ваҡытта 1936 й. — БДМИ‑ның күҙ ауырыуҙары каф. мөдире, 1943—47 йй. БАССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш күҙ табибы. БАССР‑ҙа трахоманы юҡҡа сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе була. Фәнни эшмәкәрлеге эпидемиологияға, патогистологияға, трахоманы һәм уның эҙемтәләрен хирургик дауалауға, офтальмохирургияла эмбрионопластиканы өйрәнеүгә, күҙ ауырыуҙарын дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. С. тарафынан биопсия һәм микроскопияны ҡулланып трахоманы иртә диагностикалау, эмбриональ туҡымаларҙы ҡулланып паннусты дауалау ысулдары эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР офтальмологтары йәмғиәте рәйесе (1953). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), “Почёт Билдәһе” (1950) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Мой опыт хирургического лечения трахомы. Уфа, 1940.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика