СӨЛӘЙМӘНОВА Флора Ирғәле ҡыҙы (18.8.1938, Магнитогорск ҡ. — 28.1.2009, Өфө), геофизик. Геол.-минералогия ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Геология ин‑тында, 1967— 68 йй. һәм 1975—81 йй. ӨАИ‑ла эшләй; 1995 й. башлап БР ФА‑ның Ер һәм тәбиғәт ресурстары т‑да фәндәр бүлегенең ғилми секретары. Фәнни эшмәкәрлеге Ерҙең боронғо магнит ҡырын тикшереү, магнит динамоһытеорияһы м‑н бәйле. С. тарафынан кайнозойҙың геол. хәленә палеомагнит реконструкциялары үткәрелгән, стратиграфик схемалар һәм ентекле геомагнит карталар төҙөлгән. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Шкала инверсий и развитие геомагнитного поля в кайнозое. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика