АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КОММУНАҺЫ, совет власының тәүге йылдарында а.х. производство кооперацияһы формаларының береһе. Ауыл ярлылары, батрактар, эшселәр тарафынан башлыса алпауыт имениелары нигеҙендә ойошторола. А.х.к. бөтә производство саралары һәм ерҙе файҙаланыу дөйөмләштерелә, продукцияны тигеҙ бүлеү (кеше башына ҡарап) индерелә. Өфө губернаһында тәүге А.х.к. береһе 1918 й. апр. Златоуст өйәҙе Ыҡтамаҡ а. ойошторола (13 кеше). 1918 й. уртаһына ҡарай Өфө губ. 15 коммуна (бөтә коллектив хужалыҡтарҙың 33%‑ы) эшләй. А.х.к. ойоштороу Чехословак айырым корпусы күтәрелеше (1918 й. май аҙағы) һәм губерна совет власын ҡолатыу м‑н туҡтатылып тора. 1920 й. башында ла 3 коммуна ойошторола, 1921 й. уларҙың һаны 50‑гә етә, 1926 й. 28‑гә тиклем кәмей. 1928 й. БАССР‑ҙа коммуналарҙың тотҡан урыны 2,9%‑ҡа тиклем ҡыҫҡара. Коммуналарҙың иҡт. хәле башлыса дәүләт ярҙамы күләме м‑н билдәләнә. Яңы иҡтисади сәйәсәт индерелеү м‑н, дәүләт финанслауы ҡыҫҡара. Респ. А.х.к. һөрөнтө ерҙәр — 99,5%‑ҡа тиклем, эш малы һәм продукция биреүсе мал — ярашлы рәүештә 94,0% һәм 97,0%, а.х. техникаһы 100% (1928) дөйөмләштерелгән була. Производство сараларын дөйөмләштереү кимәленең юғары булыуы крәҫтиәндәрҙең уларҙы дөйөм файҙаланыуға биреүенә бәйле булмай. 1930 й. коммуналарҙың 6%‑ҡа яҡыны эш малдарын һәм продукция биреүсе малдарҙы, ш. уҡ һөрөнтө ерҙәрҙе шәхси файҙаланыуҙа һаҡлап ҡалдыра. Коллективлаштырыу осоронда А.х.к. колхоздар итеп үҙгәртелә.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков