СӨЛӘЙМӘНОВ Рафаил Әнүәр улы (31.5.1952, Черемхово ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың санитария‑эпидемиология хеҙмәте отличнигы (2001), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1987 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — лаб. мөдире, 1993 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1995 й. башлап бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДУ‑ла һәм ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре тышҡы мөхиттең зарарлы факторҙарының кеше һаулығына тәьҫире, тирә‑яҡ мөхит объекттарында ағыулы химик матдәләр күләменең гигиеник нормативтарын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында 5 норматив‑методик документ эшләнә, торама пункттарҙағы һыу ятҡылыҡтарында һәм атмосферала химик матдәләрҙең 10‑дан ашыу ПДК‑һы нигеҙләнә, 100‑ҙән ашыу химик матдәгә токсикологик баһа бирелә, һауа басс. бысраныуының һәм Волга буйы иҡтисади районында нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән ҡалаларҙағы халыҡ һаулығының гигиеник карта‑схемалары төҙөлә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Нефть и здоровье: в 2 ч. Уфа, 1993 (авторҙ.); Оценка риска здоровью населения, проживающего в условиях сочетанного биологического и химического загрязнения. Уфа, 2011 (авторҙ.); Гигиеническая характеристика водоснабжения сельского населения в нефтедобывающих районах Республики Башкортостан. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика