СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ, БР‑ҙа сәнәғәтселәргә һәм эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй. Союз составында 200‑ҙән ашыу пр‑тие, коммерция фирмалары, БР‑ҙың төрлө сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән шәхси эшҡыуарҙар бар (2009). Ойошманың төп бурыстары: союз ағзалары мәнфәғәттәрен яҡлау, эш биреүселәр берләшмәләре, профессиональ союздар, БР Хөкүмәте араһында килешеүҙәр төҙөүҙә булышлыҡ итеү, коллектив хеҙмәт бәхәстәрен хәл итеү; сит ил, халыҡ‑ара һәм төбәк эш биреүселәре берләшмәләре м‑н иҡт. һәм фәнни‑техник хеҙмәттәшлек итеү; сәнәғәт һәм фән ҡаҙаныштарын пропагандалау; етәкселәр һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү; ғилми һәм эшлекле туризмды үҫтереү; хәйриә һ.б. Төп эш формалары: күргәҙмәләр, семинарҙар, конференциялар һ.б. ойоштороу. Төбәк‑ара инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ойоштороусыларының береһе, Рәсәй лизинг компаниялары ассоциацияһы, РФ‑тың федераль мөлкәте м‑н идара итеү агентлығы эргәһендәге Баһа биреү хеҙмәттәрен ҡулланыусылар советы ағзаһы. Рәйестәре: Н.Т.Сөләймәнов (1993 й. алып), Р.Р.Уразаев (2009 й. алып).

Р.Р.Уразаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика