СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич [8.11.1915, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙҙең Охлебинин а. (БР-ҙың Иглин р-ны) – 25.10.1985, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1933–41 йй. Архангел һәм Көйөргәҙе р‑ндарында эшләй. 1946 й. алып БАССР МС-ында, 1949 й. СССР Дәүләт контроле министрлығының баш контролёры төркөмөндә, 1951–53 йй. КПСС-тың ҡала ком-тында, 1955 й. алып һәм 1962–78 йй. Өфө витамин з‑ды дир., 1960 й. алып Башҡ-н ХХС-ы аҙыҡ-түлек сәнәғәте идаралығы нач. (бөтәһе лә – Өфө). С. етәкселегендә гөлйемеште комплекслы эшкәртеү үҙләштерелгән; илдә тәүге тапҡыр В 15 һәм U витаминдарын етештереү ойошторлған (ҡара: Витаминдар). Уның ҡатнашлығында кальций пангаматын, А, Е, Р витаминдары концентраттарын алыу ысулдары эшләнгән. 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Ленин (1966), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Полувековой путь. Уфа, 1969 (авторҙ.).

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика