“СОЦСЕРВИС”, хужалыҡ хеҙмәтләндереүе, производство һәм соц.- көнкүреш объекттарын ҡарау, транспорт, элемтә һ.б. хеҙмәттәр күрһәтеү пр‑тиеһы. 2000 й. Өфөлә “С.” ЯСЙ булараҡ ойошторола, 2009 й. ябыла. Составына респ. ҡалалары һәм р‑ндарындағы 33 бүлексә, Химиктар мәҙәниәт һарайы, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы ингән; 1 меңдән ашыу кеше эшләгән (2003). Хеҙмәттәрен БР‑ҙың нефтехимия комплексы һ.б. тармаҡ пр‑тиелары ҡулланған.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.