“СОЦИНВЕСТБАНК”, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. БР ҡалалары һәм р-ндарында 87 бүлексәһе, Мәскәүҙә филиалы бар. Һумдарҙа, сит ил валютаһында, ҡиммәтле ҡағыҙҙар м-н банк операциялары (ҡара: Коммерция банкыһы, Банкылар), иҫәп‑касса хеҙмәте; юридик (бәләкәй һәм урта бизнес пр-тиелары) һәм физик шәхестәргә кредиттар биреү; депозит операциялары; тиҙ ваҡытта аҡса күсереү; сейф ячейкаларын ҡуртымға биреү б-са хеҙмәт күрһәтеү һ.б. эштәрҙе башҡара. 2009 й. 1000-дән ашыу кеше эшләгән; устав капиталы 638 млн һум. 1990 й. СССР Жилсоцбанкыһының Башҡ-н респ. идаралығы базаһында “С.” коммерция банкыһы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ЯСЙ, 1998 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика