СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР, с о ц и а л ь м ә ғ ә н ә г ә э й ә  б у л ғ а н  а у ы р ы у ҙ а р, кешегә насар соц.‑иҡт. факторҙар (халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүе, эшһеҙлек, һуғыштар һ.б.) тәьҫир итеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм тарала. С.а. күрһәткесе йәмғиәттең иҡт. һәм соц. үҫеш кимәлен күрһәтә, уртаса ғүмер оҙонлоғона туранан‑тура йоғонто яһай. 20 б. 20‑се йй. уртаһына тиклем Өфө губ. туберкулёз, венерик ауырыуҙар (сифилис, гонорея һ.б.), алкоголизм, рахит, гиповитаминоз һ.б. тарала. Революциянан (1917) һуңғы осорҙа һәм 90‑сы йй. башына тиклем СССР‑ҙа, ш. иҫ.__ Башҡортостанда, С.а. күрһәткесе түбән була, быға йәшәү минимумын арттырыу, хеҙмәт һәм көнкүреш шарттарын, мед. хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу, атап әйткәндә, халыҡҡа дөйөм диспансерлаштырыу үткәреү һ.б. булышлыҡ итә. 90‑сы йй. сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡт. көрсөк халыҡ тормошоноң насарайыуына, һөнәри перспективаларҙың кәмеүенә, соц. бәйләнештәрҙең өҙөлөүенә килтерә, был хәл халыҡтың күпселек өлөшөнөң психологик һәм соц. яраҡлаша алмауына, психика һәм тәртип ҡаҡшауына (алкоголизм, наркомания һәм токсикоманияны индереп), туберкулёз, енси юл аша тапшырылған, ВИЧ‑инфекция, күпләп ағыуланыу (башлыса алкоголь суррогаттары м‑н) һ.б. ауырыуҙар кимәленең артыуына сәбәпсе була. БР‑ҙа Граждандар һаулығын һаҡлау кодексы (1993), халыҡ һаулығын һаҡлау һәм соц. яҡлау б‑са маҡсатлы программалар (1995 й. алып) эшләй. Шулай уҡ ҡара: Һаулыҡ һаҡлау, Сәләмәт йәшәү рәүеше, Халыҡ һаулығы.

Н.Х.Шәрәфетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика