“СОСНОВЫЙ БОР” ш и ф а х а н а ‑ п р о ф и л а к т о р и й ы. “Башнефть” АНК‑на ҡарай. Нефтекама т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта Краснокама р‑нында урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра —17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1988 й. асылған. Ашҡаҙан‑эсәк юлы, тын алыу ағзалары, терәк‑хәрәкәт, нервы һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системалары, бәүел сығарыу юлдары ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 100 урынға иҫәпләнгән (2008). Төп дауалау факторҙары: Николоберёзовка минераль һыу ятҡылыҡтары төркөмөнөң минераль һыуы (хлоридлы, хлорид-сульфат натрийлы, иод‑бромлы; бром, иод, көкөртлө водород м‑н байыҡтырылған тоҙламалар), торф рәүешендәге шифалы ләм һәм климат. Бальнеотерапия, ләм м‑н дауалау, диетотерапия, энә‑рефлекс, физиотерапия, фитотерапия һ.б. ҡулланыла.

А.Д.Фазлетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика