СОЛТАНОВ Сәғәҙей Әхмәҙиә улы [15.3.1922, БАССР‑ҙың Үҫәргән кантоны Түб. Ғәле а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.5.1992, Өфө], инженер‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1951), 1954—57 йй. шунда уҡ эшләгән. 1952—53 йй. “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығында: өлкән инженер, технология бүлеге нач. урынбаҫары; 1957 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Бөгөлмә ҡ.): промысла геологияһы лаб. етәксеһе, 1958 й. башлап үҙләштереү бүлеге нач., 1963 й. — геология һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү өлкәһендә фән б‑са дир. урынбаҫары; 1983 й. алып ӨНИ‑лә. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу өсөн ядро геофизикаһы ысулдарын индереү эшен ойоштороусыларҙың береһе. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1983), И.М.Губкин ис. пр. (1962, 1983) лауреаты. Окт. Революцияһы (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Контроль за заводнением нефтяных пластов. М., 1974.

Әҙәб.: Муталов М.Г. Корифей нефтяной геологии. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика