СОЛОДИЛОВА Наталья Зиновьевна (3.2.1960, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1998), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). Мәскәү технология ин-тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1982) ӨДИСА-ла эшләй: 1991 й. алып фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары, 1993 й. – менеджмент каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. алып проректор, 2003 й. – иҡт. теорияһы һәм донъя иҡт.,  2005 й. башлап иҡт. каф. мөдире, 2008 й. алып фән һәм инновацион үҫеш б-са 1-се проректор. Фәнни эшмәкәрлеге респ. эшҡыуарлыҡ, инновацион эшмәкәрлек проблемаларына, төбәк иҡт. кластер юлын индереүгә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Рыночные и государственные регуляторы развития жилищно-коммунального хозяйства. Уфа. 2006.

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика