СОКОЛОВТАР, табиптар. Николай Иванович С. (1809—1859, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1865 йәки 1870), лекарь. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1836). Төньяҡ Кавказда табип булып хеҙмәт иткән, Ырымбур губ. Троицк__өйәҙе Мейәс ҡасабаһы (хәҙ. Мейәс ҡ.) пр‑тиеларында эшләгән. Уның улы Яков Николаевич С. (1854—1919, Бәләбәй ҡ.), земство табибы. Коллегия советнигы (1893). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1881) Бәләбәй өйәҙе земство дауаханаһы мөдире (бер үк ваҡытта бүлек мөдире). 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Уның улы Александр Яковлевич С. (1886, Бәләбәй ҡ. — 1968, шунда уҡ), хирург. РСФСР‑ҙың (1949), БАССР‑ҙың (1942) атҡ. табибы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1911) Бәләбәй өйәҙендә Айыт земство участкаһының, 1914 й. алып Ҡазан губерна дауаханаһының өлкән табибы, 1918 й. — Стәрлетамаҡ өйәҙенең участка табибы. 1924—58 йй. Бәләбәй район дауаханаһында: 1948 й. тиклем баш табип, 1943 й. башлап бүлек мөдире; бер үк ваҡытта Бәләбәй мед. техникумында уҡытҡан. 2 Ленин орд., “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика