СОКОЛОВ Николай Васильевич (21.5.1918, Тверь губ. Городок а. — 29.1.1994, Белорет ҡ.), инженер-электрохимик. Техник ф. канд. (1958). Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1941) 1972 й. тиклем Белорет металлургия комб‑тында эшләгән: 1942 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1947 й. — нач. урынбаҫары, 1956 й. башлап производствоның үҙәк лаб. нач., 1966 й. — комб‑ттың үҙәк лаб. нач., 1969 й. алып баш инженер. 1958—59 йй. Ҡытайҙа эшләй. С. тарафынан цинкланған, ҡатламланмай торған пружиналы, ныҡлығы юғары булған микросым һәм сымдарҙың башҡа төрҙәрен, металлокорд әҙерләү технологиялары; сымдарҙы еҙләү һ.б. ысулдар эшләнгән һәм производствоға индерелгән. С. етәкс. прециоз иретмәләр, тикшереүҙең физик алымдары, сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу, коррозиянан һаҡлау, сәғәт пружиналары лаб., спектраль лаб. булдырылған; продукцияны контролдә тотоуҙың электрохимик, физик һәм механик ысулдары үҙләштерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. Сталин пр. лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), “Почёт Билдәһе” (1969) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика