“СОДИС” С а л а у а т  т е г е ү  ф и р м а һ ы. 1955 й. нигеҙ һалына, 1956 й. Салауат тегеү ф‑каһы булараҡ сафҡа индерелә (күнекмәләр өсөн салбарҙар, саңғы костюмдары һ.б. етештерә), 1963 й. башлап Стәрлетамаҡ тегеү ПБ‑ның Салауат филиалы, 1975 й. — Салауат тегеү ф‑каһы, 1985 й. — Салауат тегеү ПБ, 1989 й. алып Салауат тегеү ф‑каһы, 1991 й. июленән ҠП, сент. — “С.” Салауат ҡуртым сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы, 1992 й. алып “С.” фирмаһы ЯАЙ, 1996 й. — Салауат тегеү фирмаһы, 2002 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына әҙерләү‑бесеү, тегеү, эксперименталь цехтары ингән. 2004 й. 244 кеше эшләгән. Эш костюмдары, курткалар, урын‑ер ҡаралдыһы, өҫкө күлдәктәр, жилеттар, яңы тыуған балалар кейеме, хирург комплекттары, балалар костюмдары, салбарҙар, күлдәктәр, халаттар, баш кейеме, бейәләй, блузкалар, жакеттар етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика