СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11.1955, Людиново ҡ.), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Геология ин‑тында (Өфө) эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1997 й. – мәғдән ятҡылыҡтары лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Урал формалашыуының геодинамик шарттарын һәм магматизмын, габбро‑гипербазит массивтарының, ҡара һәүерташлы формацияларҙың мәғдәнле булыуын тикшереүгә арналған. С. тарафынан Көньяҡ Уралдың углеродлы ултырмалары һәм магматик ҡатламдары өйрәнелә, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе үҫешенең геодинамик моделе тәҡдим ителә, тәүге тапҡыр Көнсығыш Урал палеорифт системаһы айырып күрһәтелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Магматизм Восточно‑Уральского пояса Южного Урала. Уфа, 1990 (авторҙ.); Петрогеохимические особенности пород и руд габбро‑гипербазитовых массивов Крака. Уфа, 2001 (авторҙ.); Геология, петрогеохимия и хромитоносность габбро‑гипербазитовых массивов Южного Урала. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика