СМОРОДИНЦЕВ Анатолий Александрович [6.4.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 6.8.1986, Ленинград], вирусолог, иммунолог. СССР‑ҙың Мед. ФА акад. (1966). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1923) Томск бактериология ин‑тында эшләй. 1926 й. алып Ленинградта: Әсәлек йорто‑институтының,  1932—38 йй. Л.Пастер ис. эпидемиология һәм микробиол. ин‑тының, 1946—67 йй. Эксперименталь мед. ин‑тының бүлек мөдире, 1967 й. башлап Бөтә Союз грипп ҒТИ‑нда: ойоштороусы һәм дир., 1972 й. — бүлек мөдире. 1938—45 йй. Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында бүлек мөдире (Мәскәү). Фәнни эшмәкәрлеге вирустарға ҡаршы иммунитет механизмын, вирус ауырыуҙары этиологияһын, эпидемиологияһын, патогенезын өйрәнеүгә, уларҙың лаб. диагностикаһы һәм вакцинопрофилактикаһы ысулдарын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында грипп, талпан энцефалиты, ҡыҙылса, эпедемик паротит һ.б. ауырыуҙарға ҡаршы вакциналар эшләнә, полиомиелитҡа ҡаршы тере Сэбин вакцинаһын ҡулланыуҙың хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге нигеҙләнә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин (1941) һәм Ленин пр. (1963) лауреаты. Ленин (1971, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

     Хеҙм.: Грипп. Л., 1961 (авторҙ.); Вирусные геморрагические лихорадки. Л., 1963  (авторҙ.).

А.М.Пушкарёв   

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

    Илл.: А.А.Смородинцев

 

Яндекс.Метрика