СМОЛЬКИН Геннадий Сергеевич (18.9.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), инженер‑механик. Силәбе политехник ин‑тын тамамлаған (1983). 1966—2008 йй. Златоуст ҡ. эшләгән: 1990 й. тиклем һәм 2002 й. алып “Златоуст машиналар эшләү заводы” ПБ‑нда (1986 й. алып цех нач. урынбаҫары, 2002 й. башлап цех начальнигы). С. етәкс. Хәрби‑диңгеҙ флоты стратегик ракета комплекттарының хәрби блоктары корпустары өсөн кабель продукцияһы әҙерләнгән. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1982). 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән (1978).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика