СМОЛДЫРЕВ Дмитрий Алексеевич (7.11.1926, Прикумск ҡ., хәҙ. Будённовск ҡ., — 19.4.1999, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1981), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тын тамамлаған (1952). 1941—43 йй. һәм 1945 й. алып Краснодар крайында, Сахалин өлк. эшләгән. 1965 й. алып һәм 1970—97 йй. ӨДАТУ‑ла: 1968 й. тиклем һәм 1977—85 йй. сәйәси иҡт. каф. мөдире, 1972—74 йй. инженер‑иҡт. ф‑ты деканы; 1968 й. алып Бөтә Союз финанс‑иҡт. ситтән тороп уҡыу ин‑тында эшләгән. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө иҡт. системаларҙа тауар етештереү һәм баҙар методологияһы һәм теорияһына; тауар‑аҡса мөнәсәбәттәренә һәм хаҡ законына; хосуси милек һәм соц. ориентациялы баҙар хужалығы проблемаларына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Пятилетка эффективности и качества. Уфа, 1977 (авторҙ.); Роль стоимостных форм в развитии социалистической экономики. М., 1980; Экономические формы реализации социалистической собственности: вопросы теории, методологии, практики. Уфа, 1989 (авторҙ.).

Т.В.Смолдырева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Яндекс.Метрика