СМИРНОВА Валентина Алексеевна (16.1.1896, Һарытау губ. Козловка а. — 10.10.1966, Өфө), оториноларинголог. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. табибы, БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1952), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1922) Һарытау өлкәһендә, 1925—28 йй. Бөрө һәм Белорет ҡҡ. дауаханаларында эшләй. 1929 й. алып Өфөлә: 4‑се дауахана табибы, 1934 й. — 1‑се хирургия клиник дауахананың бүлек мөдире, 1935—43 йй. ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 1937 й. башлап БДМИ‑ла: 1946 й. — ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1954—59 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге урта ҡолаҡ гистопатологияһын, ш. иҫ. баротравма ваҡытында, өйрәнеүгә, ҡолаҡ артының трепанацион яраларын, мастоидитты, септик ангинаны, озенаны, ото‑ һәм риноген менингитты, эске ҡолаҡтың контузия арҡаһында зарарланыуын һ.б. диагностикалау, дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз оториноларингологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н филиалы рәйесе (1946—66). Ленин (1953), “Почёт Билдәһе” (1944, 1949) орд. м‑н бүләкләнгән. БАССР ЮС‑ының 3—5‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Неотложная помощь при ранениях и прочих повреждениях уха и верхних дыхательных путей. Уфа, 1941; Методы исследования органа слуха и их роль в военной экспертизе. Уфа, 1942. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика