СМИРНОВ Георгий Алексеевич (9.11. 1909, Екатеринбург ҡ. — 12.5.2005, шунда уҡ), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.М.Горький ис. Свердловск ун‑тын тамамлаған (1937). 1975—77 йй. Геология ин‑тының (Өфө) өлкән ғилми хеҙмәткәре‑консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге төбәк геологияһы, палеогеография, тектоника өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Урта һәм Көньяҡ Уралдың һуң девонын, урта һәм иртә карбонын палеогеографик тикшереүгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С. тарафынан Өфө амфитеатрының тектоникаһы һәм стратиграфияһы, Уралды геол. тикшереү тарихы өйрәнелгән. “СССР‑ҙың литологик‑палеогеографик карталары атласы”н төҙөүҙә ҡатнашҡан (1968— 69). 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Уфимский амфитеатр. Ч.1. Стратиграфическое описание //Труды горно‑геологического института. Свердловск, 1956. Вып.25; Материалы к палеогеографии Урала. Очерк 5. Франский век. М., 1974 (авторҙ.); Развитие научных взглядов на динамику Уральской горной системы. Екатеринбург, 1992.

Н.Г.Смирнов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика