СМИРНОВ Вадим Донатович (13.8. 1948, Өфө — 6.2.2015, Мәскәү), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда эшләй: 1979 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1986 й. — АКДС‑вакцинаһы лаб. мөдире. 1997 й. башлап Мәскәүҙә эшләгән. Фәнни эшмәкәрлеге сәсәтмә бактерияларының адъювант тәьҫирен һәм поствакциналь иммунитет механизмдарын, микробтарҙың антигенлы төҙөлөшөн өйрәнеү, яңы типтағы сәсәтмә вакцинаһы, иммуноферментлы тест‑системалар һ.б. эшләү м‑н бәйле. С. ҡатнашлығында сәсәтмәгә ҡаршы иммуноглобулин алыу ысулы, сәсәтмә анатоксины етештереү технологияһы һ.б. эшләнгән.

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика