СМАҠОВ Ғәли Мөғәллим улы (20.10. 1938, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а. — 2.7.2002, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1990). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин һәм Өфө райондары участка дауаханаларында (1963 й. алып баш табип) эшләгән. 1965 й. башлап Мәскәү мед.‑стоматология ун‑тында. Фәнни хеҙмәттәре үпкә, үт ҡыуығы, үт сығарыу юлдары, ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеү һәм яман шеш ауырыуҙарын, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген хирургик дауалау проблемаларына арналған. С. тарафынан бронхиаль астма м‑н ауырығандарҙы тикшереү алымдары системаға һалына һәм комплекслы терапияла хирургик дауалау ысулдары эшләнә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика