СЛЮДАЛАР, ҡатлы силикаттар ярым класы минералдар төркөмө, XY2‑3Z(Al)0‑2 Z(Si)2‑4O10(OH,F)2, X — K, Na, Ca, Ba, Rb, Sc һ.б.; Y — Al, Mg, Fe, Mn, Cr, Li, Ti; Z — Si, Al, Fe3+, Ti. С. үҙе (мусковит, парагонит, флогопит‑биотит, лепидолит һ.б.) һәм мурт (маргарит, клинтонит һ.б.), химик составы б‑са алюмин (мусковит), магнезия‑тимер (флогопит, биотит, лепидомелан), натрий (парагонит), литий (лепидолит, циннвальдит, тайниолит), хром (фуксит), ванадий (роскоэлит) С. айырыла. Кристалдары пластинка формаһында, тәңкәле. Төҫө химик составына бәйле: мусковит һәм флогопит төҫһөҙ, тимерле С. көрән, һоро, ҡара йәшел һәм ҡара; көрән, ал, йәшкелт төҫтәр тимер, марганец, хром ҡушылмалары булыуға бәйле. Быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2—4; тығыҙлығы 2680— 3300 кг/м3. Аҙ тимерле С. юғары электр изоляцияһы үҙенсәлектәренә, химик тотороҡлолоҡҡа, механик һығылмалылыҡҡа һәм бөгөлөүсәнлеккә эйә. С. — магматик (граниттар, сиениттар, кимберлиттар һ.б.), метаморфик (гнейстар, һәүерташтар, роговиктар һ.б.) тау тоҡомдарының төп тоҡомдар барлыҡҡа килтереүсе минералдары, терриген ҡатламдары С. һыныҡтарын үҙ эсенә ала. Электр изоляцияһы, конденсаторҙар, йәбештерелгән (миканиттар) һәм теленгән С., слюда ҡағыҙы етештереүҙә, пластмассаларҙы, керамика һәм түбә материалдарын, төрлө буяуҙарҙы, штукатурканы тултырғыс сифатында, үткәргес торбаларҙы ҡаплауҙа, литий сығанағы булараҡ һ.б. ҡулланыла. БР‑ҙа С. Әхмәр, Баранғол, Ахун һ.б. массивтарҙа (биотит, һирәк осраҡта мусковит), мәҡсүт метаморфик комплексында (мусковит, фенгит, хромлы фенгит), һәүәнәк метаморфик комплексында (мусковит) һәм белорет метаморфик комплексында (фенгитлы мусковит, биотит) граниттарҙа киң таралған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Яндекс.Метрика