СКРИПИЛЬ Валентин Иванович (3.1.1920, Краснодар ҡ. — 3.7.1998, Өфө), тау инженеры. Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлаған (1948). 1949 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑нда: геолог, өлкән геолог, 1956 й. башлап Гай экспедицияһының баш геологы, 1960 й. – тематик партия нач., 1963 й. — комплекслы тематик экспедицияның баш инженеры, Көнбайыш Башҡ‑н геол. разведка экспедицияһының баш геологы, 1965 й. — геол. бүлеге нач., 1977—86 йй. геол. фонд бүлеге начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтарына геол.‑разведка эштәре үткәреү м‑н бәйле. С. тарафынан баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын тиҙ арала разведкалау методикаһы эшләнгән, колчеданлы мәғдәнләнеүҙең боронғо вулкан төҙөлөштәре м‑н арауыҡ һәм генетик бәйләнеше т‑да төшөнсә нигеҙләнгән. Гай, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын разведкалауҙы ойоштороусыларҙың береһе. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. лауреаты (1961).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика