СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ киҫелештең геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, ятҡылыҡ үҙләштереүҙе контролдә тотоу, скважинаның техник торошон баһалау һ.б. өсөн скважинала тәбиғи йәки яһалма физик ҡырҙарҙың параметрҙарын үлсәүгә нигеҙләнә. Электр, магнит, радиоактив, термик, акустик, сейсмик, механик һ.б. ысулдар ҡулланып башҡарыла. С.г.т. геология‑разведка эштәрендә, гидрогеол. һәм инженерлыҡ‑геол. эҙләнеүҙәрҙә, терр‑яларҙы төбәк профилдәре системаһы б‑са комплекслы тикшереүҙә, ятҡылыҡтарҙы эксплуатациялағанда үткәрелә. Башҡортостанда С.г.т. үҫеше нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле; электр, радиоактив һәм сейсмик ысулдар киң таралыш ала. 1934 й. “Башнефть” тресының геофизика цехын, 1936 й. каротаж партияһын ойоштороу м‑н системалы тикшеренеүҙәр башлана. 50‑се йй. башынан нефть ятҡылыҡтарында С.г.т. “Башнефтегеофизика” ААЙ тарафынан алып барыла; С.г.т. үҫешенә Р.Г.Болғаҡов, И.А.Брюзгин, Н.С.Куликов, Ю.Н.Кухаренко, С.Н.Миролюбов, В.Д.Сапожников, Й.Р.Әҙиев, Н.К.Юнысов һ.б. ҙур өлөш индерә. 50‑се йй. аҙ. “Башкиргеология” ААЙ‑нда ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарында С.г.т. үткәрелә (Ю.В.Гаррис, Д.Х.Йосопов, Н.С.Лиханов, В.Д.Семёнов һ.б.). Яһаулы есем, диполь электр‑магнит формалау, электр корреляциялау һ.б. ысулдар тарала, тикшеренеү һөҙөмтәләре Октябрьский, Подольск һәм Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын (бөтәһе лә — Хәйбулла р‑ны) асыуға һәм өйрәнеүгә булышлыҡ итә. 60‑сы йй. уртаһында С.г.т. БДУ‑ла башлана, шунда уҡ 70‑се йй. башынан скважиналарҙың термометрияһы б‑са тикшеренеүҙәр үҫешә (А.С.Буевич, Р.А.Вәлиуллин, И.Л.Дворкин, В.Ф.Назаров һ.б.). Термик үлсәм һәм мәғлүмәттәр интерпретацияһы методикалары, скважиналы термометрҙар рәте уйлап табыла. С.г.т., ш. иҫ. гидродинамик тикшеренеү, мәғлүмәттәрен эшкәртеү өсөн РФ‑тың һәм БР‑ҙың геофизика пр‑тиеларында автоматлаштырылған “Гидрозонд” һәм “Прайм” системалары эшләнә һәм индерелә (А.Ш.Рамаҙанов, И.С.Рәмиев һ.б.). Разведкалау һәм эксплуатациялау скважиналарын быраулауҙа нефть промыслаһы мәсьәләләрен сисеү, скважиналарҙы капиталь ремонтлағанда нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу өсөн аппаратлы геофизика комплекстары, методикалар һәм программалар м‑н тәьмин итеү уйлап табыла, Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тында (Д.В.Белоконь, П.А.Бродский, Ю.А.Гуторов, Е.С.Кучурин, Л.Е.Кнеллер, А.А.Молчанов, А.В.Ручкин, К.Л.Санто һ.б.) һәм “Геофизика” ғилми‑производство филиалында (Г.А.Белышев, Д.А.Бернштейн, В.И.Дворкин, Г.Н.Зверев, В.Л.Комаров, В.А.Кошляк, Р.И.Кривоносов, Р.С.Латипов, П.А.Прямов, Г.Ә.Ситдыҡов) скважиналарҙың техник торошон өйрәнеү, горизонталь һ.б. скважиналарҙы тикшереү ысулдары, акустик, радиоактив ысулдар м‑н тикшеренеүҙәр үткәреү аппаратураһы эшләнә.

Әҙәб.: Комаров С.Г. Техника промысловой геофизики. М., 1957; Итенберг С.С., Дахкильгов Т.Д. Геофизические исследования в скважинах. М.,1982.

М.В.Семёнова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика