СИФИЛИС, хроник, системалы ҡабатланып торған йоғошло ауырыу, башлыса енси юл аша йоға. Тыуҙырыусыһы — Treponema pallidum (төҫһөҙ трепонема). Инфекция көнкүрештә йәки трансплацентар (плацента аша килгән С.) юл м‑н йоғоуы мөмкин. Беренсел (6—8 аҙна), икенсел (2—5 йыл) һәм өсөнсөл (бер нисә йылдан унлаған йылғаса) инкубация осорона (14—28 көн) айыралар. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. С. һәр осороноң клиник сағылышы специфик үҙенсәлектәргә эйә. Дауалау медикаментоз (пенициллин сығарылмалары һ.б.). С. м‑н ауырыусы йәки элек ауырыған йөклө ҡатындарға һәм улар тыуҙырған балаларға үҙенсәлекле профилактика үткәрелеп тора. Башҡортостанда 100 мең кешегә С. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 85,7;  2006 — 77,5;  2008 — 53,4 кеше. С. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1930—65 йй. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тиревенерология диспансеры) һәм 30‑сы йй. уртаһынан БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) алып барыла. 30—40‑сы йй. С. гистопатологияһы, патогенезы һәм клиникаһы өйрәнелә (М.Т.Бриль, А.И.Картамышев, С.М.Трайнин, Д.А.Элькинд, А.К.Якубсон), ауырыуҙы ликвор‑ (Якубсон) һәм серодиагностика (Р.Э.Вевер, А.И.Хованский), ш. иҫ. экспресс‑реакция (Г.С.Максимов), дауалау (Ховансий, П.Н.Шишкин, Л.А.Шор) ысулдары эшләнгән. 50—60‑сы йй. тыумыштан килгән С. патогенезы (В.А.Майорский), бауырҙың (Г.Э.Шинский) һәм нервы системаһының (Н.Ф.Воробьёв, Н.И.Савченко) функциональ торошо өйрәнелә, С. диагностикалау (Г.В.Вехновский, Л.Л.Исхаҡова, Максимов) һәм дауалау (М.М.Брумберг, Г.В.Галанова, И.З.Ильясов, М.М.Кузнец, Г.П.Шабыкин) ысулдары камиллаштырыла. 70‑се йй. С. эритромицин, пенициллин терапияһының тиҙләтелгән ысулы м‑н дауалау һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Е.А.Медведева, А.А.Сыроежкина). 2000 й. алып БДМУ‑ла М.М.Ғафаров етәкс. С. ваҡытында нервы системаһының торошо өйрәнелә (З.З.Солтанова, Ф.З.Төхвәтуллина, М.М.Хәйҙәров), диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (А.Д.Аленникова, З.Р.Мөхәмәтйәнова, Солтанова, Төхвәтуллина), БР‑ҙа, ш. иҫ. ауыл ерендә (С.А.Арыҫланова, З.Р.Хисмәтуллина, Н.Х.Шәрәфетдинова) һәм йөклөләр араһында (Латипов, О.А.Петрасюк, Хисмәтуллина) С. б‑са эпидемиологик хәл өйрәнелә (Аленникова, И.В.Выговская, Б.Г.Латипов).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

 

Яндекс.Метрика