СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы (22.1.1934, Өфө — 20.7.1998, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Татнефтегазразведка” тресының (Ҡазан) өлкән инженеры, участка начальнигы. 1960 й. алып “БашНИПИнефт”тә: өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. етәксеһе; 1972—94 йй. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында: сектор мөдире, лаб. мөдире, баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы быраулау һәм һынау м‑н бәйле. Уның тарафынан һыу сығарған ҡатламдарҙы һ.б. тикшереү һәм изоляциялау өсөн герметизаторҙар уйлап табылған һәм индерелгән. С. етәкс. торбаларҙа, ш. иҫ. горизонталь скважиналар өсөн (“Уралец”, СВАБ‑58, ПД‑115, ЗГ‑115 һ.б.), ҡатлам һынау ҡорамалдары, скважиналарға төшөрөлә торған колонналарҙы ике стадияла ҡатнаш цементлау ысулы һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡоролмалар (пакер‑штуцер ШЗ‑190/146 һ.б.) эшләнгән, асыштары БР, ТР, Белорус һәм Тажик ССР‑ҙары, Төмән өлк. пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Методическое руководство по оперативному контролю и диагностированию осложнённости условий проводки скважин в поглощающих пластах. Уфа, 1975 (авторҙ.).

М.В.Семёнова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика