“СИСТЕМАВТОМАТИКА”, ААЙ. Янғындан һаҡлау периметраль сигнализацияһын, янғын һүндереү системаларын (һыу, күбек, газ, онтаҡ м-н) проектлау һәм монтажлау, видеокүҙәтеү; электромонтаж; металл ишектәр, рәшәткәләр, ҡапҡалар әҙерләү һәм ҡуйыу эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына Белорет, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө (3) ҡҡ. монтаж; Өфөлә монтаж-әҙерләү, автотранспорт участкалары инә. 2008 й. 50 кеше эшләгән; 16 млн һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылған. Продукцияһын ҡулланыусылар – БР-ҙың төҙөлөш пр-тиелары. 1972 й. “Югспецавтоматика” тресының Өфө махсуслаштырылған  янғынға ҡаршы автоматиканы һәм һаҡлау сигнализацияһын монтаж-көйләү участкаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. башлап “С.” Өфө пр-тиеһы, 1998 й. башлап Өфө ДУП-ы,  2004 й. хәҙ. статусын ала. “С.” тарафынан “Искра”,“Каустик”,“Каучук”,“Полиэф”, “Салаватнефтеоргсинтез”, “Сода” һ.б. пр-тиеларҙа янғындан һаҡлау сигнализацияһы монтажланған.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика