СИРИНГОМИЕЛИЯ (гр. syrinx — көпшә, көпшәле ҡыуышлыҡ һәм myelos — мейе), нервы системаһының башлыса арҡа мейеһе зарарланған мультифакториаль хроник дегенератив ауырыуы; унда ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеү, шештәр таралыу һәм яйлап көсәйә барыу м‑н характерлана. Ауырыу тыумыштан (генетик сәбәптәр арҡаһында, үҫеш кәмселеге м‑н бергә барған) һәм тормошта барлыҡҡа килгән (травмалар, шештәр, арҡа мейеһенең шешеп зарарланыуы һөҙөмтәһендә) формаларға айырыла. Төп билдәләре: ҡулдарҙың, бит тиреһенең ауыртыуҙы һәм т‑раны тойоу һәләтен юғалтыуы (боҙолоуы), иңбаш билбауы тирәһе ауыртыу, артабан фалиж үҫешенә килтерә һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (рентгенография, миелография, магнит‑резонанс һәм компьютер томографияһы һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз, хирургик, нур, физиорадионуклид терапияһы һ.б. БР‑ҙың төрлө р‑ндарында С. м‑н ауырыусанлыҡтың күрһәткестәре 100 мең кешегә 3,5 — 129,0 кеше тәшкил итә. БДМИ-ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 60‑сы йй. аҙ. алып Н.А.Борисова етәкс. С. клиник‑биохимик үҙенсәлектәре (Л.А.Агапова, Ф.Н.Шәрипова, Р.Х.Әхмәтов), арҡа мейеһе шыйыҡлығындағы һәм ретикуляр‑эндотелиаль системалағы үҙгәрештәр (Ж.Х.Зарудий, Р.В.Мәғжәнов), вегетатив‑ҡан тамырҙары реакциялары өйрәнелә (А.Ғ.Ғәлләмов); 80—90—сы йй. С. патогенезы, иммунологик (И.В.Валикова, И.Ш.Хурамшин), гормональ (Г.Ә.Кучаева, В.И.Флейшер), алмашыныу (К.З.Бәхтейәрова, Ш.М.Сафин), клиник‑генетик үҙенсәлектәре (Ф.М.Байбазарова) өйрәнелә, С. дауалау ысулдары камиллаштырыла (Г.Н.Аверцев, Р.Х.Ниғмәтуллин). 2000 й. алып ауырығанда аҡһым‑полисахарид алмашыныуы, микроэлементтар һәм ерҙә һирәк элементтар миҡдары тикшерелә (И.Г.Абрамова, Е.В.Первушина, С.Б.Хөснөтдинова), БР‑ҙа С. клиник‑генеалогик һәм молекуляр‑генетик яҡтан тикшереү алып барыла (Т.Р.Мирсаев, Ә.С.Әбелғатина).

Әҙәб.: Б о р и с о в а Н.А., В а л и к о в а И.В., К у ч а е в а  Г.А. Сирингомиелия. М.,1989.

Н.А.Борисова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

 

Яндекс.Метрика